Йәмғиәт Общество
22 Август 2023, 09:45

Башҡортостанда 500 мең һумға тиклем гранттар алыуға ғаризалар ҡабул ителә

...

Башҡортостанда 500 мең һумға тиклем гранттар алыуға ғаризалар ҡабул ителәБашҡортостанда 500 мең һумға тиклем гранттар алыуға ғаризалар ҡабул ителә
Башҡортостанда 500 мең һумға тиклем гранттар алыуға ғаризалар ҡабул ителә

Республиканың социаль эшҡыуарҙары «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты  сиктрендә 500 мең һумға тиклем грантҡа дәғүә итә ала.

Документтар Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында 24 августан 18 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста еңеүселәр грант алғандан һуң өс йыл социаль эшмәкәрлеген дауам итергә һәм социаль предприятие статусын раҫларға тейеш. Алынған аҡсаны улар төрлө маҡсатҡа йүнәлтә ала: бинаны ҡуртымға алыу һәм ремонтлау, оргтехника һәм ҡорамалдар һатып алыу, сеймал, медицина техникаһы өсөн комплектлаусы ПБ-лар һатып алыу, шулай уҡ лизинг түләүҙәре, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, транспорт сараларын ҡайтанан йыһазландырыу һәм башҡалар.

Конкурсҡа документтар Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 9 адресы буйынса БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында ҡабул ителә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас