

Башҡортостанда Йылайыр районы ветеринарҙары айыу балаһын ҡотҡарған. Хайуанды егерь табып алған. Ул райондың ветеринария хеҙмәтенә шылтыратҡан һәм Ҡашҡар һәм Юлдыбай ауылдары араһындағы «Аҡау» тигән урында автомобилдән тапалған айыу балаһы ятыуы хаҡында хәбәр иткән, тип яҙа “Башинформ”.
Йылайыр районының ветхеҙмәте күрһәтелгән урынға юлланған. Белгестәр урында тайыштабанды ҡарағандан һуң район үҙәгенә алып барған. Тикшереү үткәргәндән һуң айыу балаһының бер ере лә һынмауы асыҡланған.
Йылайы районы баш ветеринар табибы Илшат Ҡарасов хәбәр итеүенсә, айыу балаһы имгәнеүе һәм башы һелкенеүе асыҡланған. Кәрәкле процедураларҙан һуң ул тын ала башлаған һәм көслө итеп үкерергә тотонған. Хайуан үҙе янына кешеләрҙе яҡын ебәрмәгән.
Ул әлегә райондың ветеринария хеҙмәтендә ҡалдырылған, һуңыраҡ артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк.