Йәмғиәт Общество
26 Август 2023, 07:50

120 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар

...

120 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар120 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар
120 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар

Йыш ҡына күптәргә дауаханала түләүле операция эшләтергә тура килә. Был осраҡта, “Башҡортостан” хәбәр итеүенсә, аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин: Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар.

Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ был хоҡуҡҡа эйәһегеҙ:

– физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ;

– медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булһа;

– медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ;

– йылына ҡайтарма алыу өсөн сығымдар иң күбе 120 мең һум тәшкил итергә тейеш.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас