Йәмғиәт Общество
3 Сентября 2023, 02:51

Бөгөн – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡотланы

Бөгөн – Нефть һәм газ сәнәғәте  хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн – Нефть һәм газ сәнәғәте  хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле нефть-газ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Был үҙенең яҙмышын еңел булмаған төҙөүсе, транспортсы, технолог һөнәрҙәре һәм күп төрлө башҡа нефть һәм газ белгеслектәре менән бәйләгән кешеләрҙең байрамы. Беҙҙең райондың ғына түгел, республиканың һәм бөтә илдең именлеге һеҙгә – ҡорамалдарҙы файҙаланыусыларға, газ транспортлаусыларға, проектлаусыларға һәм төҙөүселәргә, идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеүселәргә бәйле. Һеҙҙең ярҙам менән йорттарға яҡтылыҡ һәм йылылыҡ килә, тораҡ пункттарҙың инфраструктураһы үҫешә, газ үткәрелә. Бөгөн артабан газификациялау беҙҙең өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлеше булып тора һәм нәҡ һеҙ район ауылдарын «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин итеп, кешеләрҙең өйҙәренә уңайлылыҡ алып киләһегеҙ

Һеҙгә бөтә йөрәктән ныҡлы һаулыҡ, ҡуйылған маҡсаттарығыҙға ирешеүҙә ныҡышмаллыҡ һәм уңыштар, ғаилә именлеге, яңы ҡаҙаныштар, күңел тыныслығы һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас