

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр. Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.
Иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың йолаларына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итергә мөмкинлек бирә.
Ә Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Һәр халыҡтың үҙенең тарихи, мәҙәни үҙенсәлеге бар, һәм улар милли кейемдә сағылыш тапҡан. Уны халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре кеүек үк һаҡларға кәрәк.
Байрам саралары программаһын Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында ҡарағыҙ: https://vk.cc/cqFpDA
Байрам менән!
Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. (Т. Бураҡаева)
Кейем үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш үҙ-ара аралашыуҙы еңелләштергә тейеш булған. Кейемдә сағылған социаль айырма билдәләрен өс төргә бүлергә мөмкин: 1) йәш айырмаһы билдәләре; 2) ғаилә хәлен билдәләүсе кейем элементтары; 3) социаль дәрәжә билдәләре.
XVII быуаттан башлап ҡына башҡорт милли костюмы тураһында яҙма сығанаҡтар билдәле. XVII—XVIII быуаттарҙа халҡыбыҙ күрше милләттәр менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә тормаған, шуға ла милли үҙенсәлектәр ҙә нығыраҡ һаҡланып килгән. Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән, кесерткәндән һуғылған туҡыма, һарыҡ тиреһен йәнлек тиреләрен, кейеҙҙе, йөнде, мамыҡты файҙаланған. Башҡорттар сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларында ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем — затлылыҡ билдәһе һаналған.
XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең кейеме ҙур үҙгәреш кисерә. XIX быуат башындағы гравюраларҙа ир-егеттәр боронғо кейем кейһә, быуат аҙағындағы фотоларҙағы кейем айырмаһы күҙгә ташлана. Башҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәре бик күп төрлө. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр.
Киң таралған оҙон кейемдәрҙән еләнде ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән. Еңле, эслекле кейем. Ирҙәр өсөн тура төшөрөп, ҡуйы төҫтәрҙәге мамыҡ, бәрхәт, ебәк, атлас туҡымаларҙан теккәндәр. Өҫтөнөн ҡыҙыл туҡыма тегеп еңенә, итәгенә, салғыйына биҙәк эшләгәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп тегелгән, итәге ҡыйылып торған. Сағыу төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтә туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар.Өсмөйөшләп яурынса тегеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр. Өҫ кейеме кәзәкей (ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме) – эслек, ең һәм төймәләр менән тығыҙ ҡаптырма менән семәрләп ҡуйып тегелә. Билле, итәге ҡыя. Ирҙәр өсөн тура яғалы, уйып яһалған кеҫәле, ҡуйы төҫтәге мамыҡ йәки йөн туҡыманан.
Сығанаҡ: “Википедия” ирекле энциклопедияһы.



