Йәмғиәт Общество
13 Сентябрь 2023, 06:26

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкинме?

2024 йылдың 1 ғинуарынан инвалид балаларҙың ата-әсәләре һәм опекундары социаль түләүҙәрҙе юғалтмайынса эшкә урынлаша ала. Тейешле бойороҡ проектын Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән.

Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкинме?Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкинме?
Инвалид балаларҙың ата-әсәләре бер үк ваҡытта эшләп йөрөргә лә, социаль түләүҙәр ҙә алырға мөмкинме?

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әгәр ата-әсә тулы булмаған эш көнөнә, ситтән тороп, өйҙә, авторлыҡ хоҡуғы һәм гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеүҙәр буйынса эшкә урынлашһа, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә пособиелар һаҡлана.

Хәҙер инвалид балаларҙың ата-әсәләренә һәм опекундарына айына 10 мең һум аҡса түләнә. Уны эшләмәгән граждандар ғына алырға мөмкин.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас