Йәмғиәт Общество
24 Сентябрь 2023, 10:35

20 килограмлыҡ ҡабаҡ

...

20 килограмлыҡ ҡабаҡ20 килограмлыҡ ҡабаҡ
20 килограмлыҡ ҡабаҡ

Ишембай районының Ишәй ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр шағирә, автор-башҡарыусы Рузалия Ниғмәтуллина 20 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән.

“Башҡортостан” хәбәр итеүенсә, уңыш былтырғы менән сағыштырғанда әҙерәк булһа ла, зарланырлыҡ түгел. “Ҡабаҡ – беҙҙең ғаиләбеҙҙең яратҡан ризығы”, - тип белдергән хужабикә.

– Ҡабаҡты йыл һайын сәсәбеҙ. Быйыл уңыш элекке йылдарҙағы кеүек үк күп булмаһа ла, эре, матур үҫкән. Иң ҙур ҡабаҡ -  20 килограмм. Ҡабаҡты төрлөсә ҡулланабыҙ. Мин баллы ҡабаҡтан лимон ҡушып ҡайнатма ла яһайым. Кәбеҫтә, кишер, бәрәңге, ит ҡушып йәшелсә рагуһы ла бешерәм. Манты әҙерләгәндә лә ҡушып ебәрәм. Ваҡ ҡабаҡтың, эсен таҙартып, орлоҡтарын алып, бәрәңге, ит ҡушып, фольгаға төрөп, мейес-духовкаға ҡуйып бешерһәң дә бик тәмле ризыҡ килеп сыға. Ниндәй генә төр аш-һыу әҙерләһәң дә, ҡабаҡ тәм бирә һәм шул уҡ ваҡытта бик файҙалы ла! – ти Рузалия Ниғмәтуллина.

Фото: Рузалия Ниғмәтулина архивы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас