

Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 октябрҙән башлана, Төньяҡтағы ҡайһы бер райондарҙа климат шарттарына бәйле 1 ноябрҙән башланасаҡ. Был хаҡта Оборона министрлығы вәкилдәре белдерҙе, тип яҙа “Башинформ”.
“Барлыҡ призывниктар ҙа РФ территорияһында хәрби хеҙмәт үтеүгә ебәреләсәк. РФ Ҡораллы Көстәренең яңы төбәктәрҙәге дислокация пункттарына йәки МХО бурыстарын үтәүҙә ҡатнашыуға призыв буйынса хәрбиҙәр йүнәлтелмәйәсәк”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Оборона министрлығында.
Саҡырыу буйынса билдәләнгән хәрби хеҙмәт мөҙҙәтен тултырған барлыҡ хәрбиҙәр үҙ ваҡытында хеҙмәттән азат ителә һәм йәшәү урындарына ҡайтарыла.
Быға тиклем РФ Ҡораллы Көстәре Генштабында өҫтәлмә мобилизация саралары үткәреү буйынса бер ниндәй ҙә пландар булмауы, МХО бурыстарын үтәү өсөн котракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр һәм үҙ ирке менән барыусылар етерлек булыуы тураһында белдергәйнеләр.
Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.