Йәмғиәт Общество
9 Октября 2023, 09:05

Бөгөн Беренсе каналда Башҡортостанда төшөрөлгән сериал премьераһы башлана

Төп ролде Сергей Безруков башҡара

Бөгөн Беренсе каналда Башҡортостанда төшөрөлгән сериал премьераһы башланаБөгөн Беренсе каналда Башҡортостанда төшөрөлгән сериал премьераһы башлана
Бөгөн Беренсе каналда Башҡортостанда төшөрөлгән сериал премьераһы башлана

Бөгөн Беренсе каналда «Бизон. Дело манекенщицы» детектив сериалының премьераһы күрһәтелә башлай. Төп ролде Сергей Безруков башҡара. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: фильмдың эпизодтарында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты карьерҙары ла күренеп ҡала, ә күмәк сәхнәләрҙә предприятие таусылары ҡатнаша. Быйыл март айында төшөрөлгән фильмға бер юлы өс карьер, Йәштәр, Көнбайыш Озерный һәм Учалы карьеры, рудниктың 27 эшсеһе йәлеп ителде.

Сериалды Беренсе каналдың заказы буйынса Валерий Тодоровскийҙың «Мармот-фильм» компанияһы төшөргән. Сюжет буйынса, хәл-ваҡиғалар 1970 йылдарҙа бара. МУР-ҙың принципиаль һәм үҙһүҙле тәфтишсеһе Кирилл Бессонов (Сергей Безруков) манекенщица Мила Никанорованың үлеменә бәйле эште тикшерергә тейеш.

Фото: Руслан Ғиләжетдинов/vk.com

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас