Йәмғиәт Общество
9 Октябрь 2023, 12:05

Түләмдәр ике тапҡырға артасаҡ

...

Түләмдәр ике тапҡырға артасаҡТүләмдәр ике тапҡырға артасаҡ
Түләмдәр ике тапҡырға артасаҡ

Рәсәйҙә 2025 йылға больничный буйынса түләүҙәрҙе ике тапҡыр арттырасаҡтар. Был хаҡта хеҙмәт министрлығына һылтанма менән "Известия" хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса максималь күләм тәүлегенә 5674 һумға етәсәк. Бөгөн Рәсәйҙә бер көн больнчный өсөн 2737 һум түләнә. Киләһе йылда иң ҙур түләм күләме 4,1 мең һум тәшкил итәсәк.

Пособие күләме страховка стажына бәйле. Әгәр ул биш йылға тиклем булһа, хеҙмәткәргә ауырыған көндәр өсөн алдағы ике йылдағы уртаса эш хаҡынан – 60%, биштән һигеҙ йылға тиклем – 80%, һигеҙ йылдан артһа, 100% түләнә, әммә максималь лимиттан артырға тейеш түгел.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас