+28 °С
Облачно


РФ хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин яңы һөнәри байрам – Психологтар көнө тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул йыл һайын 22 ноябрҙә билдәләнәсәк. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Рәсми документта билдәләнеүенсә, дата Рәсәй психологтар йәмәғәтселегенең 1994 йылда үткән беренсе съезы бәйле булдырылған. Бөгөн Рәсәйҙә 7 миллиондан артыҡ белгес психологик ярҙам күрһәтә.