Йәмғиәт Общество
19 Октябрь 2023, 08:05

“Мортаза Рәхимов” энциклопедияһы

Эксперттар Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов тураһында энциклопедия материалдарын өйрәнә башланы

“Мортаза Рәхимов” энциклопедияһы“Мортаза Рәхимов” энциклопедияһы
“Мортаза Рәхимов” энциклопедияһы

БР Фәндәр академияһында эксперттар Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов тураһында энциклопедия материалдарын өйрәнә башланы, тип хәбәр итте “Башинформ”. Баҫманы сығарылыусылар белдереүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арналған энциклопедия Рәсәйҙә дәүләт эшмәкәре тураһындағы беренсе персональ энциклопедиялар иҫәбенә инә.

“Мортаза Рәхимов” энциклопедияһы БР Башлығы Радий Хәбировитың Мортаза Рәхимов иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы указына ярашлы сығарыла. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Мортаза Рәхимов “беҙҙең республиканың һәм бөтә илдең яҙмышы хәл ителгән бик ҡатмарлы осор символы булып тора”. Уның дәүләт эшмәкәрлеге XX быуаттың 90-сы йылдарында – XXI быуат башында республиканың үҫешен билдәләне, ошоға бәйле М. Рәхимовтың биографияһы тикшеренеүселәрҙең һәм йәмғиәттең иғтибарына лайыҡ.

Энциклопедия 2024 йылда, Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата донъя күрәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас