Йәмғиәт Общество
21 Октябрь 2023, 04:45

Аштары тәмле, йөҙө көләс

Төп эшенән тыш ул байрам табындарына зауыҡ менән матур итеп биҙәлгән сәк-сәктәр, төрлө эслекле ләүәштәр бешерә. Күңелен биреп эшләгәс, ризыҡтары йәмле лә, телеңде йоторлоҡ тәмле лә килеп сыға

Аштары тәмле, йөҙө көләсАштары тәмле, йөҙө көләс
Аштары тәмле, йөҙө көләс

Аҙаҡҡы йылдарҙа балаларҙы туҡландырыуға ҙур иғтибар бүленә. Уҡыусларҙың рационы тулы, файҙалы, шул уҡ ваҡытта тәмле лә булырға тейеш. Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең ашнаҡсылары үҙҙәренә ҡуйылған бөтә талаптарҙы теүәл үтәп, мәктәп уҡыусыларын тәмле аштар менән һыйлай. Вилә Ейәнбирҙина етәкселегендәге ашхана хеҙмәткәрҙәре көн дә 700-ләп баланы ҡайнар аш менән тәьмин итә.

Вилә Ғаяз ҡыҙы был һөнәргә осраҡлы килгән. Тәүге һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләргә тура килмәй. Район үҙәгендә эш булмай, ә алыҫтағы ауылға барырға теләге булмай. Ул шулай хеҙмәт юлын Венера Исхаҡованың кондитер цехында һауыт-һаба йыуыусы булып башлай. Бер ай эшләгәс уны ла ләүәш, сәк-сәктәр бешерергә өйрәтәләр. Тап ошонда Виләнең бешереүгә оҫталығы асыла ла инде. Бер аҙ тәжрибә туплағас, 2011 йылда ашнаҡсылар курсын тамамлап, 2-се мәктәпкә эшкә күсә. Әммә Вилә Ғаяз ҡыҙын күптәр сәк-сәк оҫтаһы итеп белә. Төп эшенән тыш ул байрам табындарына зауыҡ менән матур итеп биҙәлгән сәк-сәктәр, төрлө эслекле ләүәштәр бешерә. Күңелен биреп эшләгәс, ризыҡтары йәмле лә, телеңде йоторлоҡ тәмле лә килеп сыға. Әйткәндәй, хәҙер инде Азалия һәм Разалия исемле игеҙәк ҡыҙҙары ла ҡул аҫтына ингән. Сәк-сәк ҡамырын ҡырҡышалар, бергәләп тәмле торттар бешерәләр.

Быйыл һәр ерҙә лә  өлгөр ашнаҡсы «Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы» район конкурсында 2-се урын яулаған. Вилә Ғаяз ҡыҙы шулай уҡ бәйгенең республика этабында «Кулинар баттл» номинацияһында 3-сө урын яулаған.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас