

Бөгөн оло сарала – Үҫәргәндәр йыйынында республика матбуғаты вәкилдәре лә ҡатнашты.
Сөләймән Абдуллин исемендәге сәнғәт мәктәбенә "Аҡбуҙат" балалар журналы ҡунаҡҡа килде. Журнал редакторы Лариса Абдуллина район үҙәгенең башланғыс класс уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм Үрген мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары менән журнал тураһында һөйләште.
Балалар рәссам Майя Ҡәйүмова менән Үҫәргән ырыуының ҡошо – торнаны төшөрҙө, Ф. Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусыһы Милана Батырованың, 2-се мәктәптән Таңсулпан Ҡолғаринаның, М.Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Ирек Мусаҡаевтың һәм Милана Хәсәнованың, Үрген мәктәбенән Фидель Килдейәровтың эштәре иң яҡшылары тип табылды. Ә Милана Батырованың эше "Аҡбуҙат" журналында баҫылып сығасаҡ.
Сара аҙағында Лариса Хашим ҡыҙы балалар менән квест-уйын үткәрҙе. Уйында тел, тарих, шәжәрә, иман тураһында һөйләштеләр.
Айгөл Ҡылысбаева.