Йәмғиәт Общество
3 Ноября 2023, 04:35

Ейәнсура районында Үҫәргәндәр ҡорға йыйылды

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев бөгөн Иҫәнғол ауылында үткән Үҫәргән ырыуы йыйынында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

Ейәнсура районында Үҫәргәндәр ҡорға йыйылдыЕйәнсура районында Үҫәргәндәр ҡорға йыйылды
Ейәнсура районында Үҫәргәндәр ҡорға йыйылды

Дәмин Марат улы Юланов, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы:

– Хөрмәтле ырыуҙаштар! Һеҙҙе матур тәбиғәте, ихлас халҡы менән дан тотҡан Ейән­сура ерендә сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙең район Үҫәргән ырыуының үҙәге булып тора. Һәм бөгөн Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарында, Ырымбур өлкәһендә йәшәгән ырыуҙаштар оло ҡорға йыйылдыҡ. Беҙ халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡларға, уны түкмәй-сәсмәй киләсәк быуынға еткерергә тейешбеҙ. Йыйындың маҡсаты ла шул: ырыуҙаштарға берләшергә, Үҫәргән ырыуы ҡорон, етәксеһен һайларға тейешбеҙ. Был ҡорҙан бөтәгеҙ ҙә ыңғай тәьҫораттар менән, рухи байлыҡ, күңел күтәренкелеге алып ҡайтырһығыҙ, тип ышанам.

Фәнит Насип улы Моратбаҡыев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы:

– Хөрмәтле Үҫәргән ырыуы вәкилдәре, һеҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай исеменән сәләмләйем! Бындай кимәлдәге саралар күп милләтле илебеҙ халыҡтарының берҙәмлегенә һәм тарихына ихтирамға нигеҙләнгән милләт-ара, төбәк-ара, ырыуҙар араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә. Беҙҙең хеҙмәттәшлек милли башҡорт мәҙәниәтен тергеҙеүгә һәм һаҡлауға, фәнни һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға, тарихи шәхестәрҙе популярлаштырыуға булышлыҡ итер, тип ышанам. Барығыҙҙы ла Үҫәргән йыйыны байрамы менән ҡотлайым. Һәр йортҡа тыныслыҡ һәм изгелек, һаулыҡ һәм именлек теләйем!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас