Йәмғиәт Общество
8 Ноябрь 2023, 12:15

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы дәүмәле билдәле булды

...

Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы дәүмәле билдәле булдыБашҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы дәүмәле билдәле булды
Башҡортостанда 2024 йылға йәшәү минимумы дәүмәле билдәле булды

Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән 2024 йылға йән башына һәм айырым социаль-демографик төркөмдәр өсөн яңы йәшәү минимумы күләмдәре билдәләнде. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

 Ҡарарға ярашлы 2024 йылдың 1 ғинуарынан республиканың бер кешеһенә йәшәү минимумы 13753 һум (хәҙер 12650) тәшкил итәсәк. Эшкә һәләтле йәштәге халыҡ өсөн йәшәү минимумы 14991 һумға тиклем арта. Пенсионерҙар өсөн ул – 12530 һум (+ 540 һум), балаларға 13340 һум (+ 1069 һум) тәшкил итәсәк. Йәшәү минимумының был дәүмәлдәре киләһе йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас