

Бөгөн, 8 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Рәсәй Президентының рәхмәт хатын тапшырҙы. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн республика етәксеһе Тәлғәт хәҙрәтте Григорий Аксаков ордены менән бүләкләне.
Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”