

Lamborgini Urus автомобиле хужаһы Башҡортостанда иң ҙур транспорт һалымы түләйәсәк, тип яҙа “Башинформ”. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралдығының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән.
Башҡортостанда физик шәхестәргә 2022 йыл өсөн бөтәһе 6,7 млрд һум милек һалымы иҫәпләнгән. Шуларҙан 3,4 млрд һум (50%) транспорт һалымына тура килә. Үткән йыл менән сағыштырғанда транспорт һалымы суммаһы 64 млн һумға (2%) артҡан.
Республикала 2023 йылда хаҡтары 10 млн һумдан артҡан 104 ҡиммәтле автомобиль өсөн арттырылған коэфициентлы һалым иҫәпләнгән. 2022 йылға иҫәпләнгән транспорт һалымдарының иң ҙуры 293 мең һум тәшкил итә, уны Lamborgini Urus авомобиле хукжаһы түләргә тейеш, икенсе урында Lamborgini Huracan – 287 мең һум, өсөнсөлә – 263 мең һум һалым иҫәпләнгән Mercedes-Benz AMGG 63.