Йәмғиәт Общество
17 Ноябрь 2023, 09:28

“Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты!”

– Бәләкәй саҡтан үҙемде тик милиция өлкәһендә генә күрә инем. Хыялым тормошҡа ашты. Инде Эске эштәр бүлегендә эшләүемә 20 йыл тула! – ти полицияның өлкән лейтенанты Венер Мозафаров.

“Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты!”“Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты!”
“Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты!”

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең участка уполномоченныйы Венер Азат улы хеҙмәттәштәре араһында күптән абруй ҡаҙанған. Район халҡы ла итәғәтле, ябай, изге күңелле хеҙмәткәрҙе яҡшы яҡтан белә.

Иҫәнғолдоң Тоҙло инеш йылғаһы аша үткән күперҙән алып Айыу ауылына тиклемге участканың һәр кешеһен, һәр мөйөшөн белә Венер Азат улы.

– Эш дәүерендә күп енәйәтселәрҙе тоторға тура килде. Һәр ваҡиға үҙе бер кино кеүек инде. 2005 йыл булдымы икән, киоскыға төшкән берәүҙе эҙләйбеҙ. Йәшәгән өйө эргәһендә ике сәғәт тирәһе аңдып торҙоҡ. Бер ваҡыт әсәһе ашарға алып килде. Йәшәгән түгел, икенсе өйгә инеп сыҡты ла, ишекте тыштан бикләп ҡуйҙы. Шунда йәшенеп ятҡан икән. Шулайтып тотоп алдыҡ тегене. Шул ваҡытта премия биргәндәре иҫтә ҡалған. Иҫтә ҡалырлыҡ хәлдәр күп булды инде ул: енәйәтсене ҡарҙағы эҙҙәр буйынса эҙәрлекләп табыу, урманда юғалған кешене табып алыу, күпер аҫтынан иҫерек ҡатынды сығарыу... Һәр осраҡ тураһында күп һәм оҙаҡ һөйләргә булыр ине. Эшемде шундай ҡыҙыҡлы һәм күп ҡырлы булғаны өсөн яратам да инде, – ти Венер Мозафаров.

Венер Азат улы Йылайыр районының Яңы Яҡуп ауылында тыуып, өләсәһе менән ҡартаһы тәрбиәһендә үҫә. Йомағужа ауылы мәктәбен тамамлағас, Күмертау юридик техникумында юрист һөнәре ала. Артабан – хәрби хеҙмәт. Эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеүе уның милиционер булыу теләген тик арттырып ҡына ебәрә. 2003 йылда Бөрө ҡалаһындағы Эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша ул. Ә 2004 йылда иһә Ейәнсура районына эшкә күсә. Шул ваҡыттан алып бөгөнгәсә ул – үҙ һөнәренә мөкиббән бирелгән намыҫлы, маҡтаулы хеҙмәткәр. Күп һанлы наградалар, грамоталар һәм маҡтау ҡағыҙҙары тик ошо хаҡта һөйләй. Уға Чечен республикаһына алты айға командировкаға ла барырға тура килә. Бөгөн ул хәрби хәрәкәттәр ветераны исемен ғорур йөрөтә һәм райондың “Бөркөт” ойошмаһының әүҙем ағзаһы булып тора.

Венер Азат улы яҡшы спортсы ла. Эске эштәр бүлегенең футбол, волейбол командаһы ағзаһы ул, шулай уҡ теннис та уйнай, призлы урындар яулай.

– Балаларым минең юлды һайланы, шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Улым Илназ юридик белем алып, әле район судында эшләп йөрөй. Ҡыҙым Наҙгөл Стәрлетамаҡ юридик колледжында уҡып йөрөй. Кесе улым Илүс әлегә 6-сы класта белем ала, – ти балалары менән ғорурланып Венер Мозафаров.

“Эшегеҙ ауырмы?” – тигән һорауға:

– Ауыр әлбиттә, ләкин зарланмайым. Етәкселек артыҡ талапсан булып киткән ваҡыттарҙы ла мин еңел ҡабул итәм. Эшебеҙ шулай. Иң мөһиме, мин эшемде бик яратып башҡарам. Һөнәр һайлауҙа яңылышмағанмын, тип ныҡлы әйтә алам! – тип яуап бирҙе.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас