

Владимир Путин 2024 йылда минимал эш хаҡын 19242 һум күләмендә билдәләүсе федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған.
“Минималь эш хаҡы күләмен 2024 йылдың 1 ғинуарынан айына 19 242 һум күләмендә билдәләргә”, – тип яҙылған законда.
Быйыл минималь эш хаҡы күләме 16 242 һум тәшкил итә. Киләһе йылдан ул 18,5 процентҡа арта. Ҡабул ителгән закон 4,8 миллион кешенең эш хаҡын арттырасаҡ.