

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 48 ҡатын-ҡыҙҙы «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Почетлы наградаға биш һәм унан да күберәк тәрбиәләгән әсәләр тәҡдим ителде. Улар араһында Ейәнсура районынан дүрт әсә: Хәмиҙуллина Розалия Насрулла ҡыҙы, Хәмитова Ләйлә Фәиз ҡыҙы, Хәмитова Фидалиә Сулпан ҡыҙы, Йосопова Ләйсән Сәфәрғәле ҡыҙы бар.
“Әсәлек даны” миҙалы 1998 йылда булдырылған. Хәбәр итеүебеҙсә, миҙал менән бүләкләнгән күп балалы әсәләргә 50 мең һум аҡса тапшырыла. Бынан алда бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме 17 241 һум ине.
Фото: А. Ҡылысбаева.