

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Яңы йылда 10 көн ял итәбеҙ.
1,2,3,4,5,6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Раштыуа эшләмәй торған байрам көнлдәе булып тора. Шулай итеп байрам көндәренә бәйле Рәсәй халҡы 2023 йылдың 30, 31 декабрендә (шәмбе, йәкшәмбе) һәм 2014 йылдың 1-8 ғинуарында ял итәсәк.
2024 йылда 6 һәм 7 ғинуарҙағы байрам көндәре ял көндәренә – шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән 6 ғинуарҙағы ял көнө – 10 майға (йома), 7 ғинуарҙағы 31 декабргә (шишәмбе) күсерелә.
РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәлмә түләүле отпуск биргәндә 1, 2, 3, 4, 5, 6, 7, 8 ғинуар отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.