

Рәсәй Президентын һайлау өс көн барасаҡ
Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй президентын һайлауҙы өс көндә үткәреүҙе рәсми раҫланы. Тауыш биреү 2024 йылдың 15, 16 һәм 17 мартында үтәсәк, тип яҙа “Башинформ”.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова өс көнлөк тауыш биреү рәсәйҙәргә оҡшаны, тип хәбәр итте.
“Былтыр һәм быйыл берҙәм тауыш биреү көндәре буйынса статистика өс көнлөк тауыш биреүҙе ҡулланыу өҫтөнлөгө тураһында һөйләй”, – тине ул.
РФ президентын һайлау бындай форматта беренсе тапҡыр үткәреләсәк. 7 декабрҙә Федерация Советы йыйылышта ил етәксеһе вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биреүҙе 2024 йылдың 17 мартына тәғәйенләргә ҡарар иткәйне. Парламенттың юғары палатаһы рәйесе Валентина Матвиенко был ҡарар менән һайлау алды кампанияһына старт бирелеүе тураһында хәбәр итте.
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ»