Йәмғиәт Общество
13 Декабря 2023, 12:05

Рәсәйҙә әсәлек капиталын биреү шарттары үҙгәрә

Дәүләт Думаһы депутаттары төҙәтмәләр индереүҙе хупланы

Рәсәйҙә әсәлек капиталын биреү шарттары үҙгәрәРәсәйҙә әсәлек капиталын биреү шарттары үҙгәрә
Рәсәйҙә әсәлек капиталын биреү шарттары үҙгәрә

Рәсәйҙәрҙе әсәлек капиталын биреү шарттарының үҙгәреүе тураһында иҫкәрттеләр.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа законға балаһы тыуған ваҡытта Рәсәй гражданлығына эйә булғандарға һәм бала Рәсәй гражданы булып тыуған осраҡта ғына әсәлек капиталын түләүҙе күҙ уңында тотҡан төҙәтмәләр индереүҙе хупланы.

Рәсәй Федерацияһының яңы төбәктәрендә йәшәүселәр, Рәсәй гражданлығын ҡасан алыуына ҡарамаҫтан, әсәлек капиталына хоҡуҡлы.

Закон проектына ярашлы, төҙәтмәләр 2024 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инергә тейеш.

2024 йылда икенсе балаға әсәлек капиталы 833,9 мең һумға тиклем арттырыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас