

Рәсәйҙә ваҡытынан алда хаҡлы ялға китеү йәшен кәметеү тураһында закон проектын Дәүләт Думаһына индереү планлаштырыла. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.
Документҡа аңлатма яҙыуында билдәләнеүенсә, хәҙер ир-егеттәрҙең пенсия йәше - 65, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 60 йәштән башлана. Ир-егеттәрҙең – 42, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 37 йылдан күберәк страховка стажы булһа, улар пенсия йәшенә тиклем 24 ай алдан хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы, тип яҙа «Известия».
Әммә, инициатива авторҙары фекеренсә, юғары уҡыу йорттарын һәм техникумдарҙы тамамлаусыларҙың күбеһе 23-24 йәштә генә эшкә урынлаша, шул сәбәпле ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеген юғалта. Быны хәл итеү өсөн депутаттар страховка стажын ҡатын-ҡыҙҙарға – 32, ә ир-егеттәргә 37 йыл тип билдәләргә тәҡдим итә.