Йәмғиәт Общество
18 Декабрь 2023, 12:05

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Мөрәжәғәтнамәне тура эфирҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡРадий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

19 декабрҙә 10:00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Республика етәксеһе Башҡортостан парламентарийҙары һәм республиканың идара итеү командаһының киләһе 2024 һәм унан һуңғы бер нисә йылға бурыстарын билдәләйәсәк.

Мөрәжәғәтнамәне тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Башҡортостан 24», «Вся Уфа» телеканалдарында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас