Йәмғиәт Общество
20 Февраль 2024, 09:05

“Ауыл” программалары оҙайтыла

Владимир Путин «Ауыл» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты

“Ауыл” программалары оҙайтыла“Ауыл” программалары оҙайтыла
“Ауыл” программалары оҙайтыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты. Был хаҡта Кремль сайты хәбәр итте.

«Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә: «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаларын ғәмәлгә ашырыу ваҡытын 2030 йылға тиклем оҙайтырға», — тиелә документта.

Докладтарҙы 25 сентябргә һәм 20 декабргә тиклем тапшырырға кәрәк. Бының өсөн яуаплы итеп премьер-министр Михаил Мишустин тәғәйенләнде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас