Йәмғиәт Общество
25 Февраль 2024, 08:35

Рәсәйҙә 2024 йылда пенсия күләмен нисек иҫәпләү тураһында хәбәр иттеләр

...

Рәсәйҙә 2024 йылда пенсия күләмен нисек иҫәпләү тураһында хәбәр иттеләрРәсәйҙә 2024 йылда пенсия күләмен нисек иҫәпләү тураһында хәбәр иттеләр
Рәсәйҙә 2024 йылда пенсия күләмен нисек иҫәпләү тураһында хәбәр иттеләр

2024 йылда пенсияға сыҡҡанда пенсия түләменең күпме буласағын иҫәпләү өсөн үҙеңдең шәхси пенсия коэфициентын (индивидуальный пенсионный коэффициент) белергә кәрәк,  тип яҙа Объясняем. РФ. Telegram-каналы. Уны Госуслуги порталындағы шәхси кабинетта табырға мөмкин.

Шәхси пенсия коэфициентын уның хаҡына ҡабатларға кәрәк. Быйыл ул 133,05 һум тәшкил итә. Килеп сыҡҡан суммаға 8134,88 һум билдәләнгән түләм өҫтәлә. Шулай итеп, шәхси пенсия коэфициенты, мәҫәлән, 114 булһа, быйыл пенсионерға 23302,58 һум түләм тәғәйенләнәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас