Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ юғары дәрәжәгә лайыҡ булды

...

Яҡташыбыҙ юғары дәрәжәгә лайыҡ булды
Яҡташыбыҙ юғары дәрәжәгә лайыҡ булды

Яҡташыбыҙ, Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫкән филология фәндәре докторы, тәжрибәле педагог, бик күп фәнни хеҙмәттәр һәм мәктәп дәреслектәре авторы, оҙаҡ йылдар башҡорт тел ғилеме кафедраһының профессоры вазифаһын башҡарған Хәҙисә Вәли ҡыҙы Солтанбаева Рәсәй Федерацияһы Фән һәм юғары белем биреү министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан раҫланған “профессор” дәрәжәһен алды.

Был хаҡта социаль селтәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гөлфирә Абдуллина хәбәр итте.

Хәҙисә Вәли ҡыҙын ҡотлайбыҙ, яңы уңыштар теләйбеҙ!

Читайте нас: