Бөтә яңылыҡтар

Инспекторҙан - гөлләмә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе инспекторҙары йыл һайын 8 мартта руль артындағы ҡатын-ҡыҙҙарға гөлләмә бүләк итә. 

Инспекторҙан - гөлләмә
Инспекторҙан - гөлләмә

Инде изге йолаға әйләнгән был сара быйыл да күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрам кәйефен күтәрҙе. Өлкән инспектор Линар Ишмөхәмәтов, инспекторҙар Денис Ишмөхәмәтов, Сулпан Юнысов автоледиларҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлап, сәскә гөлләмәләре тапшырҙы. Ҡайһы бер гүзәл заттар ҡыуаныстарынан инспекторҙарҙы ҡосаҡлап уҡ алды!

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: