Бөтә яңылыҡтар

Аҡсаһын алмаған миллионерҙы эҙләйҙәр

...

Аҡсаһын алмаған миллионерҙы эҙләйҙәр
Аҡсаһын алмаған миллионерҙы эҙләйҙәр

Милли лотерея Яңы йыл тиражында бер миллион һум отҡан һәм отошон алыу өсөн һаман мөрәжәғәт итмәгән Башҡортостан кешеһен эҙләй. Лотереяның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, билет Салауат ҡалаһында Рәсәй почтаһы бүлексәһендә һатып алынған.

Отоусы лотерея уйнатыу һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң ете ай эсендә, был осраҡта 2024 йылдың 31 июленә ҡәҙәр операторға хәбәр итергә тейеш. Отош артынан бер кем дә мөрәжәғәт итмәһә, аҡса Рәсәй Федерацияһы бюджетына күсерелә.

Башҡортостанда йәшәүселәр 2023 йылда бөтәһе 100 млн һумдан күберәк аҡса отҡан.

Фото: Ксения Калинина /“Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: