Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан хөкүмәтендә яңы кадрҙар тәғәйенләнде

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтендә яңы кадрҙар тәғәйенләнеүе тураһында белдерҙе

Башҡортостан хөкүмәтендә яңы кадрҙар тәғәйенләнде
Башҡортостан хөкүмәтендә яңы кадрҙар тәғәйенләнде

Артем Ковшов Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул ошо ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары ине. Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе, тип яҙа “Башинформ”.

«Артем Васильевич был өлкәлә ярайһы уҡ оҙаҡ эшләй, һәм тап уның өлөшсөләр мәсьәләләрен хәл итеү процестарынаоператив идара итеүе бик һөҙөмтәле булды. Беҙ был эште баһаланыҡ, уға уңыштар теләйбеҙ. Эш күләме ҙур», — тине Радий Хәбиров.

Бынан тыш, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп ошоғаса вазифаны ваҡытлыса башҡарған Вито Сабиров тәғәйенләнде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: