Бөтә яңылыҡтар

Эштән китеүгә бәйле

Һорау-яуап

Эштән китеү
Эштән китеү

? Хеҙмәткәр дауаланған йәки ял иткән ваҡытта үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙа алмай.

 Яҙа ала. Закон буйынса был осорҙа хеҙмәткәрҙе эш биреүсе башланғысы менән эштән бушатырға ярамай.

? Әгәр хеҙмәткәр ауырыған осорҙа эштән китеү тураһында ғариза яҙһа, уға һауыҡҡандан һуң өҫтәп 14 көн эшләргә тура киләсәк.

 Дауаланыу көндәре өҫтәп хеҙмәт итеү осорона инәсәк.

? Эштән бушатыу тураһында ғариза яҙғандан һуң уны юҡҡа сығарып булмай.

Әгәр эштән китеүсе урынына яҙма рәүештә башҡа кешене эшкә саҡырмаһалар, эшсе ғаризаһын теләһә ҡайһы ваҡытта кире алырға мөмкин.

? Әгәр эшсе үҙ теләге менән эштән китһә, уға нисек кенә булмаһын, 14 көн өҫтәп эшләргә тура киләсәк.

Юҡ, ҡайһы бер осраҡтарҙа хеҙмәткәрҙең ғариза яҙған көндә үк хеҙмәт килешеүен өҙөүе ихтимал. Мәҫәлән, яҡтарҙың килешеүе буйынса, пенсияға сыҡҡанда йәки юғары уҡыу йортона ингәндә.

? Әгәр хеҙмәткәр үҙ теләге менән эштән китһә, эш биреүсе уға пособие түләргә бурыслы.

Тик яҡтарҙың килешеүе буйынса йәки пособие түләү хеҙмәт килешеүендә сағылдырылған осраҡта ғына.


Әгәр эш биреүсе һеҙҙең хеҙмәт хоҡуҡтарығыҙҙы боҙһа, 450059, Өфө ҡалаһы, Оло Граждан урамы, 24 адресы буйынса яҙма рәүештә ғариза бирергә кәрәк. Шулай уҡ электрон почтаға яҙма мөрәжәғәт күсермәһен ебәрә алаһығыҙ.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: