Бөтә яңылыҡтар

Пенсионерҙарға – 50 процент ташлама

...

Пенсионерҙарға – 50 процент ташлама
Пенсионерҙарға – 50 процент ташлама

1 апрелдән 31 октябргә ҡәҙәр Башҡортостан пенсионерҙары өсөн ҡала яны тимер юлы транспортында йөрөү хаҡына 50 процент ташлама ғәмәлдә буласаҡ. Был хаҡта транспорт министрлығы хәбәр итте.

Льготанан файҙаланыу өсөн электричкаға билет һатып алғанда паспорт  һәм льготалы статусты раҫлаусы документ (пенсия танытмаһы, хеҙмәт ветераны, хәрби хеҙмәт ветераны танытмаһы һ.б.) күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: