Төп доклад менән Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров сығыш яһаны.
Премьер-министр әйткәнсә, төп йүнәлештәрҙе билдәләгәндә коронавирус пандемияһының аяуһыҙ һөжүмен дә, бығаса күрелмәгән санкцияларҙы ла, махсус хәрби операция буласағын да алдан һиҙемләрлек түгел ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республика алдан ҡуйылған маҡсаттарына ла иреште, ҡатмарлы ҡаршылыҡтарға ла һис бирешмәне.
“Был – беҙҙең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙең һөҙөмтәһе. Депутаттарға, предприятиелар етәкселәренә, эшлекле һәм йәмәғәт берекмәләренә конструктив рухта эшләгәндәре, Хөкүмәттең башланғыстарын хуплап барғандары өсөн рәхмәт!” – тине Андрей Назаров.
Уның докладынан күренеүенсә, һуңғы биш йылда республика бюджеты 100 млрд һумға артҡан. Дөйөм сумманың 70 проценты социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
Юл системаһы үҫешенә биш йыл эсендә 153 миллиард һум аҡса һалынған. Эш күләме үҫеше темпы йыл һайын 20 процентҡа артҡан.
“Ағиҙел йылғаһы аша уникаль күпер эшләнде, Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамы киҫелешендә юл үткәргесе ҡабаттан эшләнде. Быйыл реконструкциянан һуң Ағиҙел аша тарихи Арка күпере буйынса, Пугачев һәм Генерал Рыленко урамдарында хәрәкәт асыла. Көнсығыш сығыу юлы эшләй башланы”, – тине Андрей Назаров.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр үҫешә. Тауар әйләнеше бигерәк тә Беларусь, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай менән йылдам арта. Улар менән сауҙа күләме биш йыл эсендә 43 процентҡа үҫкән.
2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан 100-ҙән ашыу сит ил дәүләттәре менән бәйләнеш булдырған.