Беренсел звено медицина хеҙмәткәрҙәре тәүге өҫтәлмә түләмдәр ала башланы, класс етәкселәре апрелдә март өсөн 5 мең һумлыҡ түләмдәр аласаҡ. Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путиндың хөкүмәт менән кәңәшмәһендә вице-премьер Татьяна Голикова хәбәр итте.
“Медицина хеҙмәткәрҙәре буйынса ҡарар мартта сыҡҡайны һәм тәүге түләмдәр түләнә башланы ла инде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был түләмдәр тейеш булғандарҙың реестрын формалаштыра”, – тип белдерҙе ул.
Класс етәкселәренә 2024 йылдың 1 мартынан түләнергә тейешле 5 мең һумлыҡ өҫтәлмә түләмдәргә килгәндә, хөкүмәт тарафынан ярашлы ҡарарҙар ҡабул ителгән һәм апрелдә март өсөн түләнәсәк.