Шишмәләр – йәшәү сығанағы, ерҙең аҫыл биҙәге һәм хазинаһы. Ысынлап та шулай, кеше лә, тәбиғәттә булған барлыҡ тереклек тә һыуһыҙ оҙаҡ йәшәй алмай.
“Родники РГО” конкурсының Башҡортостан Республикаһында икенсе этабы башланды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, быйыл конкурста беҙҙең муниципалитеттан Яңыбай ауыл биләмәһендәге Игенбар шишмәһе ҡатнаша.
Ейәнсура районының иң матур шишмәләренең береһе булған Игенбар шишмәһе өсөн тауыштарыбыҙҙы, йәлләмәйек, дуҫтар.
Түбәндәге һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин:
https://golos.bashkortostan.ru/poll/59/
Тауыш биреү 27 апрелгә тиклем дауам итәсәк.