Мосолман ойошмалары Рәсәйҙә милләт-ара татыулыҡты һәм илдең берҙәмлеген нығытыуға ҙур ҡлөш индерә. Был хаҡта президент Владимир Путин Ураҙа байрамы менән ҡотлауында белдерҙе. Уның телеграммаһы Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты баҫтырҙы.
Путин Ураҙа байрамы йөҙәрләгән йылдар буйы мосолмандар өсөн яңырыу, әхлаҡи камиллыҡҡа, ниәттәр һәм ғәмәлдәр таҙалығына ынтылыу кәүҙәләнеше булып тороуын билдәләне.
Рәсәй мосолмандары ата-бабаларының бай тарихи, мәҙәни һәм дини йолаларын һаҡлай, шулай уҡ мохтаждарға ярҙам итә, тип белдерҙе президент.