Йәмғиәт Общество
15 Апреля 2024, 12:10

Владимир Путин Башҡортостан өсөн мөһим проекттарҙы хупланы

...

Владимир Путин Башҡортостан өсөн мөһим проекттарҙы хупланыВладимир Путин Башҡортостан өсөн мөһим проекттарҙы хупланы
Владимир Путин Башҡортостан өсөн мөһим проекттарҙы хупланы

Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә барған хөкүмәт кәңәшмәһендә Рәсәй президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа  республика өсөн мөһим проекттарҙы бойомға ашырыу хаҡында һөйләшеүҙәрен әйтте. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Һүҙ һуғыш ветерандары өсөн клиник госпиталь, лидерҙар мәктәбе төҙөлөшө тураһында бара. Улар буйынса федераль кимәлдә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителде, Радий Хәбиров премьер-министр Андрей Назаровҡа һәм профилле министрлыҡтарҙың етәкселәренә уларҙы ғәмәлгә ашырыу эшен башларға ҡушты. Бынан тыш, Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү мәсьәләләре һәм башҡа проекттар тикшерелде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас