Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
19 Апрель , 10:31

Милли кейем -- рухи хазина

Милли кейем - халыҡтың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның күңел донъяһы, көнкүрешенең сағылышы. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. 

Ейәнсурала ла төрлө милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеген милли кейем аша күрергә мөмкин. Әйткәндәй, районда һәр милләттең мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡ ижадын йәш быуынға тапшырыу йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. 

Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө 2020 йылдан республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы йылына ике тапҡыр: апрелдең - өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә.



Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: