Йәмғиәт Общество
23 Апрель 2024, 13:05

Балаларына 800 мең һумдан артыҡ бурыслы ҡатынды эҙләйҙәр

...

Балаларына 800 мең һумдан артыҡ бурыслы ҡатынды эҙләйҙәрБалаларына 800 мең һумдан артыҡ бурыслы ҡатынды эҙләйҙәр
Балаларына 800 мең һумдан артыҡ бурыслы ҡатынды эҙләйҙәр

Башҡортостанда Дәүләкән һәм Дәүләкән райондары буйынса суд приставтары бәлиғ булмаған балаларын ҡарауға аҡса түләмәгән өсөн 1991 йылғы Марина Фролованы эҙләй. Политотдел ауылынан булған был ҡатындың 2012 һәм 2014 йылғы балаларға 800 мең һумдан ашыу бурысы бар, тип хәбәр итә “Башинформ”.

«В отношении должника применен весь комплекс принудительных и обеспечительных мер, в том числе гражданин ограничен в праве выезда за пределы РФ. В связи с тем, что Фролова не обеспечила явку в службу судебных приставов, длительное время скрывается и не установлена по последнему известному месту жительства, по инициативе ГУФССП России по РБ она объявлена в исполнительный розыск» - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Был гражданканың ҡайҙалығы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙан 8 (963) 896-62-26, 8 (347) 273-56-40 телефондары буйынса Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының дежур бүлегенә хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас