Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Янғын һағы көнө менән ҡотлайым!
Хәүефле ут стихияһына ҡаршы көрәш һәр ваҡыт ҡыйыу һәм тәүәккәл кешеләрҙең эше, тип иҫәпләнде. Экстремаль шарттарҙа эшләү һеҙгә айырым талап ҡуя – кешеләрҙең ғүмере, һаулығы һәм именлеге бәйле булған ҡарарҙарҙы тиҙ генә ҡабул итә белеү. Оҫталыҡ, ҡыйыулыҡ, иптәштәрсә ярҙам һәм бер-береңә терәк булыу, хәүефле шарттарҙа килешеп эш итеү һеҙгә һәм һөнәрегеҙҙә тәрән ихтирам һәм рәхмәт уята.
Янғынға ҡаршы хеҙмәт хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына, ирекле янғын һүндереүселәргә көндәлек көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ, юғары профессионаллегегеҙ, ҡыйыулығығыҙ һәм йылдам эш итеүегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, бөтмәҫ оптимизм һәм еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә артабан да уңыштар теләйем!