Йәмғиәт Общество
12 Мая 2024, 09:05

Бөгөн – Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары көнө

...

Иң шәфҡәтле һөнәр эйәләренең барыһын да был матур байрамдары менән ҡотлайбыҙ!

Һәр йыл һайын тап 12 майҙа шәфҡәт туташтарының һөнәри байрамы билдәләнә. Ул көн танылған англичанка Флоренс Найтингейлдың тыуған көнөнә тап килә. Ә Флоренс Найтингейлд Ҡырым һуғышы (1853—1856) ваҡытында тәүгеләрҙән булып донъяла шәфҡәт туташтары хеҙмәтен ойоштора. Ысынында иһә, был байрамға 150 йылдан ашыу булырға тейеш. Тик 1974 йылда ғына ул рәсми рәүештә тап 12 майҙа үткәрергә ҡарар ителә. Рәсәйҙә был байрам 1993 йылдан алып билдәләнә.

Шәфҡәт туташы көнө 141 илдең шәфҡәт туташтары берләшеп, Халыҡ-ара шәфҡәт туташтары советы ойошторолоу менән билдәләнә башлай. Һәр йыл Көн темаһы төрлөсә була. Мәҫәлән, бер йылда «Шәфҡәт туташтары пациент хәүефһеҙлеге өсөн — яһалма медикаменттарға ҡаршы», «Шәфҡәт туташтары инновациялар авангардында» һәм башҡалар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас