Бөтә яңылыҡтар

Аҡсаларығыҙҙы алмаштырып ҡалығыҙ

Башҡортостан халҡына тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштытырға тәҡдим итәләр

Аҡсаларығыҙҙы алмаштырып ҡалығыҙ
Аҡсаларығыҙҙы алмаштырып ҡалығыҙ

Республика халҡы тәңкәләрҙе ҡағыҙ аҡсаға алмаштыра йәки ваҡ аҡсаны үҙҙәренең банк иҫәбенә күсерә ала. 20 майҙан 2 июнгә тиклем банктар, алмаштырыу операциялары өсөн комиссия алмайынса, «Тәңкәләр аҙнаһы» акцияһын үткәрә.

Өйҙә йыйылған ваҡ аҡсаларҙы акцияла ҡатнашҡан һәр банкка тапшырырға мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм тәңкәләр менән кредит ойошмаһының офисына килергә кәрәк.

«Тинлектәрҙең күпселек өлөшө копилкаларҙа ҡала, шул уҡ ваҡытта күп кенә магазиндар һәм башҡа ойошмалар ваҡ аҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Акция тәңкәләрҙе әйләнешкә кире ҡайтарырға һәм уларҙы етештереү өсөн сығымдарҙы ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк», –­ тине Башҡортостан Милли банкы идарасыһы урынбаҫары Лилиә Яҡупова.

Тапшырылыусы тәңкәләр һаны һәм суммаһы буйынса сикләүҙәр юҡ. Хатта ҡарайған, сыйылған бөгөлгән һәм тишелгән тәңкәләрҙе лә алып килергә мөмкин. Иң мөһиме, был 1997 йылдан алып сығарылғанан аҡса булырға тейеш.

Акцияла ҡатнашыусы банктар исемлеге һәм ҡабул итеү шарттары - монетнаянеделя.рф. сайтында.

Былтыр ошондай акция ваҡытында Башҡортостанда 800-ҙән ашыу кеше банктарға 1,6 миллион һумлыҡ 426 мең тәңкә (башлыса һумлыҡ һәм 10 һумлыҡ) тапшырған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: