Бөтә яңылыҡтар

Һабантуй ҡасан була

2024 йылда Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Һабантуй ҡасан була
Һабантуй ҡасан була

Башҡортостан Башлығы 2024 йылда республиканың муниципаль райондарында һәм ҡала округтарында «Һабантуй» халыҡ байрамын ойоштороуҙың яҡынса графигын раҫланы. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

2024 йылдың 14 ҡул ҡуйылған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Указдың тексына һабантуйҙар үткәреү графигы беркетелгән.

Документҡа ярашлы, беренсе һабантуй Әбйәлил районында 25 майҙа була, башҡа район-ҡалаларҙа һабантуйҙар июндә уҙғарыла. Ейәнсура районынында иһә был байрам 8 июнгә тәғәйенләнгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: