Бөтә яңылыҡтар

Хәмер һатыу тыйыла

...

Хәмер һатыу тыйыла
Хәмер һатыу тыйыла

Башҡортостанда «Һуңғы ҡыңғырау» 24 майҙа, Мәғариф министрлығы билдәләгән көндә, үткәрелә. Республика ҡануниәтенә ярашлы, был байрам көнөндә сауҙа нөктәләрендә алкоголь һатыу тыйыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Сауҙа министрлығында. Был тыйыу йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына ҡағылмай.

Республика властары «уҡыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү өсөн» һуңғы ҡыңғырауҙы алкоголһеҙ үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Башҡортостанда шулай уҡ яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуйҙар ваҡытында хәмер һатырға ярамай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: