Бөтә яңылыҡтар

Йәш режиссер, өс бала әсәһе Альмира Ибраһимова вафат булды

...

Йәш режиссер, өс бала әсәһе Альмира Ибраһимова вафат булды
Йәш режиссер, өс бала әсәһе Альмира Ибраһимова вафат булды

Өфөлә режиссер Альмира Ибраһимова вафат булды, уға 38 генә йәш ине. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Һуңғы ваҡытта ул онкология сире менән көрәшкән, әммә ауырыу көслөрәк булып сыҡҡан.

Әлмира Ибраһимова Баймаҡ районында тыуған, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Стәрлебаш районында, Өфөгә күскәс - Башҡорт дәүләт филармонияһында, «Башҡортостан» киностудияһында эшләй, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында баш режиссер була. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы проекттарын эшләне. Коллегалары һөйләүенсә, ул режиссер булараҡ «Юлдаш плюс» фестивале өҫтөндә бик яҡшы эшләгән.

Бер ни тиклем ваҡыт элек Әлмира операцияға әҙерләнгән, һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре дауалауға аҡса йыйыу тураһында иғлан иткән.

«Бер нисә йыл элек Әлмираның баш мейеһе яман шеше асыҡланған. Шул саҡта ул ошо сирҙе еңә алды, күптәр уны белде, сөнки ул тулы, әүҙем, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барҙы. Ләкин былтыр был ауырыу йәнә әйләнеп ҡайтты. Һуңғы йылда Альмира бер нисә операция үтте, уның хәле насарайҙы», – тип яҙҙы социаль селтәрҙә Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры Зиннур Сөләймәнов.

«Сәләм» телеканалы уның хаҡында «Төштәр күрәм» исемле ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрҙө.

Әлмира Ибраһимованың тормош иптәше һәм өс бәлиғ булмаған балаһы ҡалды.

Хушлашыу бөгөн, 15 майҙа, Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында уҙа.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: