Бөгөндән Башҡортостанда «Иғтибар - балалар!» иҫкәртеү акцияһы башлана, ул 7 июнгә тиклем дауам итә. Республиканың дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов үҙенең телеграмма-каналында аңлатыуынса, йәйге каникул алдынан һәм каникул ваҡытында ведомство водителдәр һәм йәш ҡатнашыусылар менән иҫкәртеү эшенә айырыуса баҫым яһай.
«Быйыл дүрт айҙа республика биләмәһендә бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 86 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа биш бала һәләк булған һәм 89-ы төрлө тән йәрәхәттәре алған, – тип статистика мәғлүмәттәрен килтерҙе Владимир Севастьянов. – Акцияның төп бурысы – балалар ҡатнашлығындағы юлдарҙа ваҡиғаларға юл ҡуймау һәм тәртиптең төп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү».
ЮХХДИ экипаждары белем биреү ойошмалары һәм ял урындары янында күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу урындарына яҡынлашасаҡ. Автобустарҙа һәм шәхси автомобилдәрҙә лә балаларҙы йөрөтөүгә айырым иғтибар бүленәсәк.