Был көндө Рәсәйҙә һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә һөнәри байрамдарын филологтар – телде өйрәнеүгә, уҡытыуға һәм уның менән эшләүгә ҡыҫылышы булғандар билдәләй.
25 май – Халыҡ-ара юғалған балалар көнө. Тәүге тапҡыр ул 2001 йылда билдәләнде. Маҡсаты – балаларҙы урлашыуҙан, законһыҙ файҙаланыуҙан һәм ауыр тормош хәленән һаҡлау проблемаһына кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итеү.
2001 йылдан донъяла шулай уҡ Таҫтамал көнө билдәләнә. Был байрам "Галактика буйынса автостоп" романдар серияһы авторы, Британия яҙыусыһы Дуглас Адамс үлгәндән һуң ике аҙна үткәс барлыҡҡа килгән. Китаптарының береһендә Адамс тотош бер бүлекте туристар өсөн алмаштырғыһыҙ көнкүреш предметына – таҫтамалға бағышлаған.