1918 йылдың 28 майынан билдәләнеп килгән Сик һаҡсылары көнө – илебеҙҙә хөрмәтле һәм абруйлы байрамдарҙың береһе.
Элек-электән илебеҙ һалдаттары Ватанға һөйөүе һәм биргән антына тоғролоғо менән айырылып торған. Улар илебеҙҙе яу менән килгән дошмандарҙан һаҡлап, күптәре ғүмерҙәре менән түләгән. Шулай ҙа иң тәүге ут сик буйына эләккән. Шуға ла сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү һәр саҡ көсөргәнешле һәм ҡатмарлы. Уларҙы бушҡа ғына илдең ҡалҡаны тип атамайҙар.
Былтыр 28 майҙа Яңы Павловкала “Дуҫлыҡ” паркында пограничниктарға һәйкәл асыу тантанаһынан фотолар: